“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә 7 берәмек КамАЗ йөк автомобилдәре капиталь ремонтланған
“Кориб” авторемонт заводы менән “УГМК-Холдинг”тың партнерлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә 2019-2021 йылдар осоронда Бүребай сәнәғәт предприятиеһында 7 берәмек КамАЗ йөк автомобилдәре капиталь ремонтланған.
Хәҙерге ваҡытта “Кориб” авторемонт заводында тағы ла ике берәмек техника капиталь ремонтлана.