«Республикала йәшәүселәрҙең кәйефе ҡырылыр, моғайын. Эш шунда: беҙ циклон йоғонтоһонда, шуға һауа торошо тотороҡһоҙ була. Алдағы ял көндәрендә ямғырлы һауа торошон көтәбеҙ, һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +9,+14 градус. Дүшәмбе-шишәмбе яуым-төшөм ихтималлығы ҙур түгел, ләкин урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһы +10,+15 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Шаршамбы-кесаҙна йәнә яуым-төшөм ихтималлығы арта», — тине Анна Козаева.