Үҙәк район китапханаһында «Китапханалар төнө» акцияһы 2012 йылдан даими ойошторола. Унда йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны ла, мауыҡтырғыс яңы тамашалар, осрашыуҙар һаны ла арта бара.
Быйыл да сара бик күңелле үтте: балалар өсөн төрлө бәйгеләр һәм викториналарҙа, һүрәт төшөрөүселәр, робототехника менән шөғөлләнеүселәр араһында төрлө конкурстар уҙғарылды, шулай уҡ һәр тамашасы лотерея уйынында ҡатнаша алды. Шулай уҡ китап һөйөүселәрҙе ижади лабораториялар, картиналар галереяһы, йондоҙнамә күҙәтеүе, кафе-планетарий, йыһан тураһында фильм һәм яҡташыбыҙы Байконур ветерандары ойошмаһының рәйесе урынбаҫары Харис Мөҙәрис улы Сәғитов менән фәһемле осрашыу көттө.