Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 06:28

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

-

Кисә кис Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлының 67-се километрында үлемесле авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһында Әбйәлил районынан ике кешенең ғүмере өҙөлгән.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 39 йәшлек водитедь "Лада Гранта" автомобиленә идара итә алмай, юл боролошонда юлдан ситкә оса. Автомобиль түңкәрелә. Руль артындағы водитель ваҡиға урынында йән бирә, машина салонындағы 25 йәшлек пассажир дауаханала иҫенә килә алмай, вафат була.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында бөтәһе 7 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда ике кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тарафынан барлығы 2 370 юл боҙоу осрағы асыҡланған, 27 водитель эскән килеш руль артына ултырған.
Көн һайын республика юлдарында авариялар һаны кәмемәй унда кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Яҡындарығыҙ һәм автомобиль салонында ултырған пассажирҙар имен-һау үҙ йорттарына барып етер өсөн юлда тиҙлек режимын арттырмағыҙ, машинағыҙҙың төҙөк-төҙөк түгел икәнлеген юлға сыҡмаҫ элек тикшереп алығыҙ. Һеҙ икеләтә кеше ғүмерҙәре өсөн яуаплы икәнлегегеҙҙе бер ваҡытта ла онотмағыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас