Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 17:33

“Хәйбулла еренең ғорурлығы” –Харис Сәғитов менән осрашыу

Поэт, Башҡортостан яҙыусылар Союзы ағзаһы, запастағы подполковник Харис Мөҙәрис улы Бүребай мәктәбендә ҡунаҡта булды //#Бүребайауылымоделлекитапханаһы

Поэт, Башҡортостан яҙыусылар Союзы ағзаһы, запастағы подполковник Харис Мөҙәрис улы Бүребай мәктәбендә ҡунаҡта булды
Ҡәҙерле ҡунаҡты Ағинәйҙәр клубы ағзалары хөрмәтләп ҡаршы алды. Артабан йәш геологтар мәктәптең геология музейы буйынса экскурсия үткәрҙе.
Харис Мөҙәрис улы үҙенең тормош юлы, хеҙмәт йылдары, ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Балалар уның Байконурҙағы хеҙмәте тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Сарала Харис Сәғитовтың китаптары һәм уның тураһындағы әҙәбиәт күргәҙмәһе ойошторолдо.
Читайте нас