Быйыл Чернобыль һәлкәтенә 35 тула. Ошо уңайҙан район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында матур сара ойошторолда. Бында мәктәп уҡыусылары атом станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
Тап 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһының 4-се энергоблоктағы 8-се турбогенераторға проект һынауы үткәргәндә шартлау була, ул реакторҙы тулыһынса емерә. Энергоблок бинаһы, машина залының ҡыйығы ла зыянлана. Төрлө биналарҙа һәм ҡыйыҡта, бөтәһе 30-ҙан ашыу урында, янғын башлана. 26 апрелдә сәғәт 5-кә янғын һүндерелә.
4-се энергоблоктағы шартлау ваҡытында бер кеше һәләк була, йәрәхәттәрҙән тағы бер кеше мәрхүм була. 27 апрелдә зыян күргән 104 кеше Мәскәүҙең 6-сы дауаханаһына оҙатыла. Артабан 134 кешелә (ЧАЭС хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу командалары ағзалары) нур ауырыуы башлана, уларҙың 28-е бер нисә ай эсендә вафат була.
Авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн СССР Министрҙар Советы бойороғо менән хөкүмәт комиссияһы төҙөлә, уның рәйесе итеп СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Б. Е. Щербина тәғәйенләнә. Эштәрҙең төп өлөшө 1986—1987 йылдарҙа башҡарыла, уларҙа яҡынса 240 000 кеше ҡатнаша. Ликвидаторҙарҙың дөйөм һаны (артабанғы йылдарҙағыларын да һанағанда) йәмғеһе 600 000-гә етә. Шулар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Тәүге көндәрҙә бөтә көс ҡыйралған реакторҙан сыҡҡан радиоактив ташлантылар күләмен кәметеүгә йүнәлтелә.
Унан һуң территорияны таҙартыу, ҡыйралған реакторҙы күмеү эштәре башлана. Шартлау көсө менән АЭС территорияһына һибелгән киҫәктәр йыйып алына, саркофаг эсенә тултырыла, шунан бөтәһе бетон ҡойоп көпләнә. 4-се блок тирәләй бетондан «саркофаг» ҡорола. «Саркофаг» төҙөгәндә 400 мең куб метрҙан ашыу бетон һалына, 7 000 тонна металл конструкциялар ҡорола.