Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 07:24

Башҡортостанда транспорт ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә айыу һөжүм иткән

-

Өфөнөң нефть һәм газ сығарыу цехы эшселәре Ҡариҙел районы Нәһретдин ауылындағы базаға ҡайтып барғанда ошондай хәлгә тарыған.

Йыртҡыс төркөм етәксеһенә ташланған. Йәнлекте ҡысҡырып һәм монтировка менән һелтәнеп ҡыуып ебәргәндәр, ләкин ирҙең бите һәм аяғы йәрәхәтләнгән.

Уға беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң дауаханаға оҙатҡандар. Уның хәле уртаса ауыр тип баһалана.

Сығанаҡ: «Башнефть-добыча».
Читайте нас