Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 06:30

Башҡортостанда бер ир Занзибарға барып ҡайтҡандан һуң тапма ауырыуынан (малярия) үлгән

-

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ирҙә сир билдәләре утрауҙан ҡайтҡандан һуң күпмелер ваҡыт үткәс беленә башлаған. Ул өҙлөгөүҙән вафат булған.

Башҡортостанда ике йыл тапма ауырыуы булмаған. Һуңғы осраҡтар 2018 йылда теркәлгән. Уларҙы Һиндостандан һәм Нигерия Республикаһынан (Көнбайыш Африка) индергәндәр.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас