Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 09:01

Район башлығы вакцина яһатты

Әлеге ваҡытта Хәйбуллала коронавирусҡа ҡаршы 887 кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән, ә 532-һе – вакцинацияның тулы курсын үткән

Бөгөн Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына килде. Әммә был юлы ябай пациент сифатында.Терапевт тикшеренеүе аша үткәндән һуң, Рөстәм Динислам улы коронавирус инфекцияһына ҡаршы «Гам-Ковид-Вак» вакцинаһының беренсе компонентын һалдыртты.
Әйткәндәй, был препарат районға даими рәүештә килтерелә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ауылдарға һәм төрлө ойошмаларға медиктар йөрөп, вакцина һалдырыу ойошторолған. Әлеге ваҡытта Хәйбуллала коронавирусҡа ҡаршы 887 кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән, ә 532-һе – вакцинацияның тулы курсын үткән
Читайте нас