Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 10:04

Президентыбыҙ һөйөндөрҙө

#ВладимирПутин..

Кисәге Мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин сығарылыш синыфы уҡыусыларын ҡыуандырырлыҡ хәбәрҙәр ҙә еткерҙе.
Юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары артасаҡ. Алла бирһә, алдағы ике йылда илебеҙҙең уҡыу йорттарында шундай 45 мең урын асыла, ә уларҙың 70 проценты белгестәр кәрәк булған төбәктәр өсөн. Шулай уҡ байтаҡ ҡына юғары уҡыу йорттары технопарктар асыу, уҡыу базаһын яҡшыртыу өсөн 100 миллион һумлыҡ грант аласаҡ. Бындай ярҙамға барлыҡ дәүләт вуздары ла дәғүә итә ала.
Фото: bash.news
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас