Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 07:11

Көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ!

..

«Сириус» белем биреү үҙәге химия, астрономия, биология, математика, физика, информатика фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының саҡырыу этабын үткәрә. Бында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән III – X синыфтар, шулай уҡ уҡытыусылар ҡатнаша ала.
Онлайн-тур «Cириус» платформаһында 21 апрелдән 25 майға тиклем уҙасаҡ.
– Дистанцион формат олимпиаданы үткәреү сифатын күтәрергә, уҡыусыларҙы йәлеп итергә лә ярҙам итәсәк. Һәр бала һәләтле, беҙҙең төп маҡсат – илдең бөтә уҡыусыларына ла тигеҙ мөмкинлектәр биреү, – тип билдәләне «Һәләт һәм уңыш» фонды етәксеһе Елена Шмелева.
Ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса https://siriusolymp.ru/ үтергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошонда https://sochisirius.ru/news/4406 алырға була.
Фото: https://vk.com/sirius.talents төркөмөнән.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас