Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 10:02
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас үҙе бүләк тапшырасаҡ
..
Өфө ҡалаһының 26-сы моделле китапханаһы яңы ҡәләм тибрәтә башлаған уҡыусылар араһында "Тыуған яҡ таланттары" видеоконкурсын башлап ебәрҙе.
Ижади бәйге йомғаҡтары буйынса еңеүсегә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммас үҙе махсус бүләк һәм шәхси автограф менән "Шиғырҙар йыйынтығы"н тапшырасаҡ.
Ә бәйгелә ҡатнашыусыларҙан үҙ шиғырҙарын йәки ҙур күләмле шиғри әҫәрҙәренән өҙөк уҡып төшөрөлгән видеороликтар ҡабул ителә. Конкурста 12 йәштән өлкәндәр ҙә көсөн һынай ала.
Эштәрҙе 20 апрелдән 4 майға тиклем ебәрергә кәрәк.
11 майҙа китапхананың сайтында онлайн-тауыш биреү башлана. Дөйөм йомғаҡ 22 майҙа яһала.
Ҡатнашыу шарттары һәм конкурс тураһында Положение менән китапхана
сайтында
ентеклерәк танышырға мөмкин.
https://
www.bashinform.ru/news/1584420-narodnyy-poet-bashkirii-ravil-shammas-nagradit-spetsprizom-pobeditelya-konkursa-yunykh-talantov/
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"