Яңылыҡтар
22 Апреля 2021, 07:24

Башҡортостанда ял көндәрендә ҡар яуыуы көтөлә

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Башгидромет синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәргә ярашлы, шәмбе, 24 апрелгә ҡараған төндә, шулай уҡ йәкшәмбегә ҡарай төндә ҡайһы бер райондарҙа ҡар көтөлә. Атап әйткәндә, республиканың көнсығышында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.
Төндә һауа температураһы 0, +5, көндөҙ +8, +15 градус була.
Тотош республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
Фото: Ксения Калинина.