+23 °С
Болотло


«Закон проекты республиканың һайлау тураһында ҡануниәтен «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында» федераль закондың положениеларына тап килтереүгә йүнәлтелгән, – тине парламент спикеры Константин Толкачев. – Бер нисә көн дауамында тауыш биреү мөмкинлеге күпселек һайлаусыларға һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк, тимәк, тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡтың фекерен һәм сәйәси өҫтөнлөктәрен яҡшыраҡ сағылдырасаҡ».