Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 12:56

Башҡорт телендә ижад иткән шағирҙар юҡ...

“Илһам шишмәләре-2021” төбәк-ара шиғриәт фестиваленә башҡорт, рус, татар һәм сыуаш телендә шиғырҙар ҡабул ителә. Әммә ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл башҡорт авторҙарынан шиғырҙар аҙ килә.

“Илһам шишмәләре-2021” төбәк-ара шиғриәт фестиваленә башҡорт, рус, татар һәм сыуаш телендә шиғырҙар ҡабул ителә. Әммә ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл башҡорт авторҙары менән хәл ҡырҡыуыраҡ тора: конкурсҡа башҡортса шиғырҙар аҙ килә.
“Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестиваленең 18 йыллыҡ тарихы бар. Ул йылдағыса Бәләбәй ҡалаһында үтәсәк.
Был конкурс дүрт телдә ижад иткән шағирҙарҙы туплауы менән үҙенсәлекле: фестивалгә башҡорт, рус, татар, сыуаш телендәге шиғырҙар ҡабул ителә. Ошо арҡылы “Илһам шишмәләре”н халыҡ-ара дуҫлыҡ символы тип тә атарға булалыр.
Дуҫ! Әгәр ҙә һин шиғыр яҙаһың икән, мәртәбәле бәйгегә рәхим ит, 30 апрелгә тиклем 250 юлдан артмаған шиғырҙарыңды, үҙең тураһындағы мәғлүмәтте “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһына ебәрергә ашыҡ.
Фото: "Бәләбәй хәбәрҙәре"
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас