Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 13:10
Балыҡ ҡырылған...
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында быға ниндәй аңлатма бирелде?
Социаль селтәрҙә Өфө районының Авдон ҡасабаһынан тетрәндерерлек күренеш - бик күп үлгән балыҡтар төшөрөлгән фотолар пәйҙә булды.
Был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тап килеүен Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ла раҫланылар, тип яҙа "Башинформ" агентлығы.
"Балыҡ күпләп сәнәғәт предприятиелары һыуҙары аҡҡан яһалма ятҡылыҡтарҙа ҡырылған, - тип аңлатҡан министрлыҡтың йәнлектәр донъяһындағы объектты ҡулланыу, уларҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге эксперты Ралим Хажиев. - Ундай хәл бер нисә йыл элек тә булғайны. Бындай ятҡылыҡтарҙа, ғәҙәттә, тыныс килгән яҙ ваҡытында балыҡ үрсетәләр. Әммә, ҡар шәп иреп, ағыулы матдәләр һыуға эләккәндә тереклеккә зыян да килеп ҡуя шулай".
Министрлыҡ һәм "Рыбнадзор" белгестәре һыуҙан проба алыу һәм балыҡтарҙың үлеү сәбәбен асыҡлау маҡсатында күрһәтелгән урынға юлланған.
Фото: "Башинформ".
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Bali--iril-an-771084/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"