Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡорт теле – балаларға!” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда балалар баҡсалары мөдирҙәре ҡатнашты. Уның сиктәрендә “Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” тигән I төбәк-ара конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Әйткәндәй, бындай конкурс беренсе тапҡыр үткәрелде.
– Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаларына иғтибар ярайһы артты, ә башҡорт теленә уҡытҡанда тик мәктәптәр менән генә сикләнергә ярамай, – тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров. – Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу, уларға методик яҡтан ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә.
Зинур Илшад улы әйтеүенсә, Ғафури районында уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I төбәк-ара форумында балалар баҡсаларына булған һорауҙар күтәрелгән, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе уртаға һалып һөйләшелгән. Республика колледждарында башҡорт теле төркөмдәрен булдырыу, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына тәрбиәселәр әҙерләү йәһәтенән төркөмдәр асыу - милли кадрҙар әҙерләүҙә беренсе аҙымдар.
Түңәрәк өҫтәл барышында төрлө эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны, һәр кем фекерҙәрен еткерҙе, аҙаҡтан иһә конкурс еңеүселәре бүләкләнде.