Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 16:50

Балыҡ тотам тип...

Ҡотҡарыусыларға юғалған кешене эҙләшеүҙә ярҙам һорап шылтыратҡандар.

Ҡотҡарыусыларға Мәсетле районынан юғалған кешене эҙләшеүҙә ярҙам һорап шылтыратҡандар.
Ир Әй йылғаһына балыҡҡа ау ҡуя киткән ерҙән әйләнеп ҡайтмаған. Был турала 21 апрелдә БЮТ каналында ташҡын буйынса үткәрелгән тура эфирҙа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдергән.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр яҙғы ташҡын мәлендә йыш ҡабатлана, күптәр, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ау ҡуйыу менән шөғөлләнә. Ҡотҡарыусылар, әлбиттә, бындай хәбәрҙәр буйынса тиҙ ярҙамға ашыға. Әлеге ирҙе иҫән килеш тапҡандар, медицина ярҙамы ла кәрәкмәгән", тип аңлатма биргән Фәрит Ғүмәров.
Уның һүҙҙәренсә, бындай йөкмәткеле мөрәжәғәттәр ял көндәрендә булған, күптәр шулай ташҡынды иҫәпкә алмайынса һыу тотҡононда ҡала.
Фото: chelindustry.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас