Башҡортостанда йәшәү минимумы дәүмәлен яңыса иҫәпләү тәртибе билдәләнә. Ул хәҙерге кеүек ҡулланыусылар кәрзине нигеҙендә түгел, ә территориаль коэффициентҡа төҙәтмә менән Рәсәйҙә йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән сығып иҫәпләнә. Территориаль коэффициенттарҙы ил хөкүмәте раҫларға тейеш. Рәсәй хөкүмәте йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен уҙған йылда ил буйынса йән башына уртаса дәүмәлдән сығып билдәләй.