Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 07:06

Эске эштәр министрлығы ҡаршылыҡ акцияларына саҡырған өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә

-

Интернет-ресурстарҙа, социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа 21 апрелгә республикала «законһыҙ» саралар планлаштырылыуы тураһында хәбәрҙәр таратыла.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы килешелмәгән акцияларҙа ҡатнашмаҫҡа, шулай уҡ ойоштороусылар билдәләгән ваҡытта уларҙы уҙғарыу урыны итеп тәғәйенләнгән майҙандарҙа һәм урамдарҙа йөрөмәҫкә саҡыра. "Ҡайһы берәүҙәрҙең махсус рәүештә йәмәғәт тәртибен боҙорға маташыуҙары ихтимал", — тиелә ведомствоның рәсми матбуғат релизында.

Рөхсәтһеҙ сара үткәргән өсөн ойоштороусыларға һәм әүҙем ҡатнашыусыларға 30 мең һумға тиклем штраф янай. Ҡабаттан боҙған осраҡта иһә 300 мең һумғаса штраф йәки 30 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре хәлде тотороҡһоҙландырыуға юл ҡуймаясаҡ һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өсөн тейешле саралар күрәсәк, тип билдәләнә.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас