2005 йылда, мин республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы вазифаһын үтәй башлағанда, Башҡортостанда йыл дауамында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм балалар ҡатнашлығында 700-гә яҡын юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Уларҙа 31 бала һәләк булған һәм 697-һе төрлө йәрәхәттәр алған. Балалар юл-транспорт травматизмы республиканың ярты ҡалаларында һәм райондарында күҙәтелде, бигерәк тә Өфө ҡалаһында хәл айырыуса насар була.
Шул ваҡытта аварияларҙың яртыһы тиерлек балаларҙың һаҡһыҙлығына бәйле ине – был уларҙың тәғәйенләнмәгән урындарҙа юл аша сығыуҙарын, велосипедта һәм хатта автомобиль йөрөтөп юл хәрәкәте ҡағиҙ
әләрен боҙоуҙарын аңлата.Мәғариф министрлығы менән берлектә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү буйынса киң күләмле республика саралары һәм конкурстарын бойомға ашырыу башланды. Киң матбуғат саралары менән эшкә һәм социаль рекламаға ла тейешле иғтибар бүленде.
Юл-транспорт ваҡиғаларының барлыҡҡа килтереүенә булышлыҡ иткән шарттарҙы һәм сәбәптәрҙе бөтөрөү һәм анализлау буйынса башҡарылған эш, балалар травматизмы кимәлен планлы рәүештә кәметергә мөмкинлек бирҙе.
Ошо йылдарҙа балалар менән юл-транспорт ваҡиғаларын ике тапҡыр тиерлек кәметеп булды, шул уҡ тапҡыр үлемесле осраҡтар әҙәйҙе, йәрәхәтләнгән балаларҙың иҫәбе күпкә кәмене. Иң мөһиме, 2020 йылда балаларҙың һаҡһыҙлығы буйынса 91 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде (сағышытырыу өсөн: 2005 йылда был күрһәткес 290 тәшкил иткән).
ЮХХДИ идаралығының дежур часына көн һайын тиерлек балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары тураһында мәғлүмәт килә.
2021 йылдың өс айында республика юлдарындағы аварияларҙа 8 бала һәләк булған. Уларҙың барыһы ла пассажирҙар булған. Февраль һөҙөмтәләре буйынса балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы 10 аварияның 6-һы бала пассажирҙарға тура килә: бөтәһе балалар менән 83 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шуларҙың 51-е – бала пассажирҙар менән. Бында ғәйеп тулыһынса өлкәндәр иңендә. Тап улар яғынан хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле балалар ошондәй хәлдәргә тарый. Ниндәйҙер осраҡтарҙа бала ултырған автомобилдең, икенселәрендә – башҡа транспорттың водителе ғәйепле була.
Балалар ҡатнашлығындағы ҡалған 32 авариялар – ул йәйәүлеләрҙе тапау. Бала махсус үткәүел (“зебра”) буйлап юл аша сыҡҡанда 13 юл-транспорт ваҡиғаһы була.
Һеҙҙең менән беҙҙең мәсьәлә – уларҙы бындай ҡурҡыныс хәлдәрҙән ҡурсалап ҡалыу. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү, юлда һаҡсыллыҡ һәм иплелекте тәрбиәләү. Әйткәндәй, һуңғыһы ҙур кимәлдә өлкәндәргә ҡағылышлы – тик һәр бер һигеҙенсе юл-транспорт ваҡиғалары балаларҙың һаҡһыҙлығына бәйле. Ҡалған аварияларҙа өлкәндәр ғәйепле.
Водителдәргә балалар ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуймауын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәм. Юлда бәләкәй йәйәүлене күргәс тә, алдан уҡ транспорт тиҙлеген кәметегеҙ, сөнки балаларҙың нимә эшләйәсәген юрауы бик ауыр. Үткәүелдәр – юл аша сығыу урындары аша, йәмәғәт транспорты туҡталыштары, парк һәм скверҙар, балалар майҙансыҡтары эргәһенән үткәндә тиҙлекте кәметергә онотмағыҙ. Ихаталарҙа автомобилдең тиҙлеге минималь булырға тейешлеген иҫтә тотоғоҙ. Юл тирәһендә балаларҙың тәртибе аңлашылмаһа, артыҡ сигнал бирергә тартынмағыҙ. Бынан күпселектә йәйәүлеләрҙең дә, водителдәрҙең дә сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге тора.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйәүлелерә өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында балаларға даими рәүештә хәтергә төшөрөгөҙ. Тәү сиратта ҡасан һәм ҡайҙа юл аша сығырға була икәнен аңлатығыҙ. Юл эргәһендә уйнауҙың хәүефлеген аңлатығыҙ.
Йәйге осор етмәҫ борон уҡыусыларға, ә тәү сиратта ата-әсәләргә мопедтар, скутерҙар, монобайктар һәм сигвейҙарҙың ҡурҡыныслы булыуы хаҡында еткерергә кәрәк.
Иң мөһиме – тормошта ла, юлдарҙа ла дөрөҫ тәртипте үҙегеҙҙең өлгөлә күрһәтегеҙ.
Динар Ғилметдинов, Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы.