Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 18:16

Балаҫ һуғыусылар ҡорға йыйылды

Сибайҙа ойошторолған форумда хәйбуллалар ҙа ҡатнашты

Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында Балаҫ һуғыусыларҙың туҡыу сәнғәте буйынса I асыҡ форумы ойошторолдо. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үткәрелде, сара өс көн дауам итте. Унда Бөрө, Салауат, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Архангел, Мәләүез, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарынан 50-гә яҡын вәкил ҡатнашты.



Йыйынды ойоштороусыларҙың береһе – “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Рәсәй күңеле” премияһы лауреаты, сәсәниә Асия Ғәйнуллина белдереүенсә, һәр төбәк электән үҙенең туҡыу сәнғәте һәм балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан. Бөгөн республикала был сәнғәт төрө бер яҡлы ғына үҫеш ала, һәр райондың балаҫ һуғыусылары, туҡыусылары үҙ йүнәлешендә эшләй.

Тәүге форумдың төп маҡсаты – республиканың иң оҫта туҡыусыларын бер майҙанға йыйып, уларҙың эштәре менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре алыу, йәш быуынға өйрәтеү һәм Башҡортостанда туҡыу (балаҫ һуғыу) мәктәбен булдырып, уны Рәсәй кимәлендә юғары сәнғәт өлгөһө итеп танытыу.

Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Элек-электән инәй-өләсәйҙәр махсус ҡорамалдарҙа һарыҡ йөнөнән балаҫ һуҡҡан, ул кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә иң ҡиммәтле һәм зиннәтле хазина һаналған. Сит төбәккә килен булып төшкән ҡыҙҙың ҡорамалары араһында аллы-гөллө, аҫалы балаҫтың нисек һуғылыуына, төҫтәрҙең балҡышына ҡарап, оҫталар уның ҡайһы ерҙән килгәненә, ниндәй һыуҙы эсеп үҫкәненә тиклем әйтеп биргән, сөнки улар һәр төбәккә генә хас үҙенсәлекле, тормош ҡотон һаҡлар матур әйберҙәр булған, уны һуҡҡан оҫталарҙың даны ауылдан-ауылға таралған.

Балаҫ ебе, быуындарҙы-быуынға бәйләп, бөгөнгә тиклем килеп еткән. Бала саҡтан был шөғөлдө белеп, нисек башҡарылыуын күреп үҫтем. Маһира өләсәйем ауылда иң оҫта буй балаҫ һуғыусыларҙың береһе ине. Уның эш өлгөләрен бергә беркетеп йәйгәндә, нисә саҡрымға һуҙылыр ине, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Өләсәйемдең ҡул йылыһы, күңел нурҙары һалынған йәйғор төҫтәрендә балҡыған буй балаҫтар әле дүрт ейәнсәрендә бик ҡәҙерләп һаҡлана. Шуғалыр ҙа халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренә бәйле төрлө конкурстар, форумдар, фестивалдәр ойошторолһа, һәр саҡ барырға тырышам, өләсәйле бала сағыма йәнә бер тапҡыр әйләнеп ҡайтам. Бәләкәйҙән күреп үҫкән, күңелгә шул тиклем яҡын шөғөлдөң нес­кәлектәрен үҙемсә ҡайтанан асам, уның юғары сәнғәт өлгөһө булыуына һоҡланам.

Сарала ҡатнашыусылар киләсәктә туҡыу сәнғәтен үҫтереү маҡсатында резолюция ҡабул итте. Унда яҙылғанса, был эште мәктәп балаларына хеҙмәт дәрестәрендә, түңәрәктәрҙә өйрәтеүҙән алып юғары уҡыу йорттарына тиклем дауам итеү бурысы ҡуйылды. Шул сағында ғына халҡыбыҙҙың матур милли шөғөл-кәсептәре Рәсәй һәм донъя кимәленә сығасаҡ, республиканың туҡыу сәнғәте үҫешәсәк, балаҫ һуғыусыларҙың эшенә ихтыяж артасаҡ. Ә ихтыяж бар ерҙә тауарҙы етештереү – мөһим шарттарҙың береһе.

Форум барышында туҡыу, балаҫ һуғыу маһирҙары ҡыҙыҡһы­ныусы­ларҙың һорауҙарына яуап та бирҙе. Сарала ҡатнашҡан иң етеҙ, тилбер ҡуллы оҫталар төрлө номинацияларҙа билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Шулай уҡ һуғыу станоктарын эшләгән оҫталар ҙа билдәләнде. Балаҫ һуғыусыларҙың тәүге асыҡ форумы оҫталарҙың һәм өйрәнсектәрҙең күңеленә дәрт өҫтәне, рух күтәренкелеге бирҙе.

Сибай ҡалаһы.
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас