Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 08:08

Сабыйҙың тыуған көнөнә тиклем ун көн ҡалған булған...

Учалы районында эттән таланып үлгән бала тураһында күберәк билдәле булды. Баҡһаң...

Бар республиканы шаңҡытҡан фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Учалы районының Сәфәр ауылында дүрт йәшлек кенә малайҙы берәҙәк эттәр талап үлтерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бала бер үҙе йорто алдына велосипедта йөрөргә тип сыға. Шул саҡта уға бер өйөр эттәр ташлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер эт сабыйҙың боғаҙына йәбешә һәм башын өҙөп ала...
"Рен ТВ" телеканалы хәбәр итеүе буйынса, улар малайҙың әсәһе менән аралашан. Бала үҙенең тыуған көнөнә тиклем ун көн генә етмәгән. 27 апрелдә ул беренсе юбилейы – биш йәшен билдәләргә йыйынған.
“Ул тышҡа уйнарға сыҡты, мин кер йыуып ҡалдым. 15-20 минуттан кер элергә сыҡҡайным, күршем килеп фажиғә тураһында әйтте”, – тигән әсә кеше.
Ғаиләлә тағы бер 15 йәшлек улдары ҡалған. Район хакимиәте баланы ерләүҙә ярҙам итергә йыйына, уны 20 апрелдә күмәсәктәр.
Әйткәндәй, ауыл кешеләре хәбәр итеүенсә, эттәрҙең күп өлөшө тотолған, тик иң уҫал икәүһе ҡасып өлгөргән.
Әлеге ваҡытта был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин эште үҙ күҙәтеүе аҫтына алған.
Фото: "Рен ТВ"
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас