Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан ир-аттарының I форумы үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ирҙәр ҡоро республикабыҙҙа ғына түгел, хатта илебеҙҙә лә быға хәтлем үткәрелмәгән.
Был ил ағалары йыйылған форумда Хәйбулла районынан Урал Таймасов, Тимур Рәмов һәм Ринат Солтанов ҡатнашты.
Ҡор барышында тәүге тапҡыр «Ил терәге» йәмәғәт наградаһы тапшырылды. Әйткәндәй был награда күп бала тәрбиәләгән, өлгөлө ғаилә башлығы булған, юғары һөнәри һөҙөмтәләргә ирешкән һәм шул уҡ ваҡытта төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем гражданлыҡ позицияһын биләгәндәргә бирелә. Бүләкләнеүселәр араһында Юлбарыҫ ауылынан Урал Хөрмәт улы ла бар. Ул «Атай -эшҡыуар» номинацияһы буйынса бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!
фото:Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро