Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 04:57

24 апрелдә Башҡортостанда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә.

..

2021 йылдың 24 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Дикторҙар:
Илшат Абдуллин (“Бүреләр” төркөмө солисты) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
Эльвира Айытҡолова («Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
Альберт Исмәғил (Рок-башҡарыусы, “Исмаил” төркөмөнә нигеҙ һалыусы) - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

«Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын bashdiktant2021@mail.ru электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем ебәрергә мөмкин.

Акцияның трансляцияһын «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, Акцияның рәсми сайтында, «YouTube» видеохостингында, Акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

Акцияға ҡушылығыҙ!✅
Читайте нас