Хәйбулла хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
18 Апрель 2021, 13:09
Ете йыл элекке енәйәт асылған
2014 йылдың майында дауаханаға ныҡ туҡмалған 28 йәшлек егетте килтерәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мандып китә алмай, өс көндән вафат була
Был хәл Благовещенда байтаҡ йылдар элек булған. Кешене туҡмап үлтергән ир ғәйебен таныны, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Тәфтиш комитетында.
2014 йылдың майында Өфө - Яңауыл юлынан Благовещен үҙәк район дауаханаһына ныҡ туҡмалған 28 йәшлек егетте килтерәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мандып китә алмай, өс көндән вафат булып ҡуя. Енәйәтте эҫе мәлендә асыҡлай алмайҙар ул саҡта. Быйыл уҙған йылдарҙа ҡылынған енәйәттәрҙе яңынан ҡарау ваҡытында тәфтишселәр, был ваҡиға буйынса яңы мәғлүмәттәр табып, шаһиттарҙан һорау алып, кеше ғүмеренә ҡул һуҙыусының эҙенә төшкән. Кире ҡаҡмаҫлыҡ иҫбатлау материалдарын күрһәткәндән һуң 27 йәшлек егет, ғәйебен танып, ул замандағы ваҡиғаны тулыһынса күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән.
...2014 йылдың майында улар - ике дуҫ - дөйөм таныштарының автомобилендә китеп барғанда һүҙгә килешә. Артабан машинанан сығып, ситкәрәк китеп, үҙ-ара мөнәсәбәтте асыҡлауҙы дауам итәләр. Әлеге мәлдә енәйәттә шик аҫтына алынғаны икенсеһен ныҡ итеп туҡмай, өҫтәүенә ағас бита менән башына һуға, ә үҙе был урындан ҡасып китә. Ныҡ имгәнгән егетте шул тирәнән үтеп барған бер ҡатын күреп ҡалып тиҙ ярҙам саҡырта...
Электән дә күп тапҡырҙар урлашҡаны өсөн колонияла ултырған ирҙе хәҙер енәйәтте тикшереү ваҡыты тамамланғансы изоляторға күсергәндәр.
Фото:green7-62.livejournal.com
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ete-yil-elekke-en-y-t-asil-an-765070/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"