Бер ҡоштоң ауырлығы ни бары 200 – 350 грамм. Бүҙәнә йыл әйләнәһенә 250-300 йомортҡа һала. Себештәре 17 көндән сыға, 40 көн тулыу менән йомортҡа һала башлай. Аталарын шунда уҡ һимертеп, һуйырға була.
Быйыл апрель башында бер ҡуянға бүҙәнә йомортҡаһы алмаштырып алдым да, йомортҡаларын инкубаторға һалдыҡ. Бер тәүлекле себеш хаҡы 30 һум булһа, ҙурая бара уларҙың хаҡтары ла күтәрелә. Ике аҙналығы – 100, йомортҡа һала башлағандары 150 – 200 һум. Ябай тоҡомлоһо осһоҙ, тоҡомлолары ҡыйбатыраҡ. Ашауға батыр булһалар ҙа, әллә ни күп ашайҙар тип әйтеп булмай. Көнөнә 500 грамм махсус комбикорм ашай, бүҙәнәләр өсөн булғаны һатыуҙа бар. Бер тоҡ бер айға етә. Тимәк, бер ай ашатыуға 1000 һум аҡса кәрәк.
Алдарынан һыу өҙөлмәҫкә тейеш. Ҡошто үрсетеүгә бәйле мәшәҡәт тә шуға бәйле: ашауға, һыуға өҙөклөк булһа, артыҡ йылы йәки һыуыҡ булһа ҡошсоҡтар йомортҡа һалыуҙан туҡтай.
Бүҙәнәнең ите лә, йомортҡаһы ла бик файҙалы. Мәҫәлән, йомортҡаһы В витаминдарына, алыштырғыһыҙ аминокосилоталарға, башҡа файҙалы матдәләргә бай. Диетик аҙыҡ төрөнә инә. Ауырыуҙарҙан һуң ашарға кәңәш итәләр, авитоминоз, анемия, үпкә һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән йонсоғанда файҙалы. Дүрт кешенән торған ғаиләне ит һәм йомортҡа менән тәьмин итеп тороу өсөн 20 ҡош етә. Ошо 20 ҡош көн һайын яҡынса 15 йомортҡа һалып тора.
Бүҙәнәләрҙе тотоу өсөн махсус ситлек кәрәк. Уның бейеклеге 25 сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Ни өсөн шулай тәпәш тип аптыраусылар булыр. Бүҙәнәләр осорға ярата. Саҡ ҡына ишекте оҙағыраҡ асып торҙоңмо, фырылдап осоп китергә әҙер генә торалар. Тик осҡанда бәрлеп-һуғылыу ихтималлығын уйламайҙар Ултырыуҙары ла тығыҙ булһа, йомортҡаны яҡшыраҡ һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүҙәнәләр тауыҡ һымаҡ бер урынға йомортҡа һалмай. Шуға йомортҡа тәгәрәп төшөп торһон өсөн, аҫтарындағы сетканың бер яғы саҡ ҡына бер яҡҡа эйелеп торорға тейеш. Ситлекте эшләгәндә, йомортҡа йыйылған ергә ҡоштарҙың муйыны етмәҫлек итергә кәрәк. Аҡыллыраҡтары йомортҡаны мороно менән тишеп, суҡышы менән эләктерә лә, һыйланып ҡуя.
Иҡтисади яҡтан бүҙәнә тотоу отошло. Тик ниндәйҙер килем алыу өсөн бүҙәнәләрҙе унлап түгел, тиҫтәләп тоторға кәрәк шул. Бының өсөн ҡышын да йылытылған һарай булыуы мөһим. Уңайлы ситлектәр ҙә кәрәк.
Һыуыҡты ҡошсоҡтар ауыр үткәрә. Йәйгеһен уларҙы ҡарауы үҙе бер мәҙәк һәм күңелле. Ситлектәре бәләкәй булһа ла, тегендә-бында эш табып йүгерешәләр. Үлән һалһаң яратып суҡыйҙар, селәү һелтәһәң – байрам! Ә бүҙәнәләр сығарған тауыш – үҙе бер моң.