Яңылыҡтар
18 Апрель 2021, 13:06

Атайҙар, конкурста ҡатнашығыҙ

“Атай фиҙакәрлеге” йәмәғәт наградаһына икенсе республика конкурсына ғаризалар 15 майға тиклем ҡабул ителә.

“Атай фиҙакәрлеге” йәмәғәт наградаһына икенсе республика конкурсына ғаризалар 15 майға тиклем ҡабул ителә.
Конкурсты Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойоштора. Муниципаль берәмектән иң күбе 10 ғариза ҡабул ителә. Өфө, Ағиҙел ҡалаларынан, Дыуан, Шаран, Ауырғазы, Дүртөйлө, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондарынан сарала ҡатнашырға теләк белдергәндәр ҙә инде.
“Беҙ иң-иңдәрҙе һайлап аласаҡбыҙ, – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Атай фиҙакәрлеге” йәмәғәт наградаһына дәғүәселәрҙе тәҡдим итеү буйынса ваҡытлыса эш төркөмө етәксеһе Рәмил Рәхимов. – Тырыш, эшлекле, бик күп һәләттәргә эйә булған, хәстәрлекле атай ошондай наградаға лайыҡ. Мәғариф системаһында гүзәл зат вәкилдәре бик күп, һәм бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ, әлкин ниндәй ҙә булһа тигеҙлек кәрәк, атайҙар, ир-егеттәр ҙә баланы тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Муниципалитеттар ғаризалар тапшырыуҙы оҙаҡҡа һуҙмаһын ине. Барыһына ла уңыштар”.
“Награда – атайҙың, уның балаларының хеҙмәтен йәмәғәт тарафынан таныу ул. Әсәй – уңайлыҡтар һәм тотороҡлолоҡ булһа, атай – еңеүҙәргә этәргес көс, – тине “Атай фиҙакәрлеге” йәмәғәт наградаһына дәғүәселәрҙе тәҡдим итеү буйынса ваҡытлыса эш төркөмө ағзаһы Алина Хәбирова. – Конкурсҡа тапшырылған документтар иҫәбенә юллау ҡағыҙы, паспорт мәғлүмәттәре, грамоталар һәм башҡалар инә. Ғариза тапшырған кешеләр араһында лайыҡлылар байтаҡ. Былтыр ҙа награданы башта 25 кешегә тапшырырға иткәйнек, ләкин, ғаризаларҙы ҡарағандан һуң, 27 атайҙы бүләкләргә булдыҡ”.
Конкурста ҡатнашыу шарттары менән https://op.bashkortostan.ru/presscenter/news/349983/ һылтанмаһы буйынса танышрыға мөмкин.
Фото: /op.bashkortostan.ru/presscenter/news/349983/
Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас