Яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 15:20

Вәт, батыр ҡыҙыҡай!

Сибай ҡалаһынан 8-се класс уҡыусыһы көпә-көндөҙ кеше талаусыны тоторға ярҙам иткән.

15 йәшлек Камила Шарапова мәктәптән ҡайтып килгәндә оло йәштәге кешеләрҙең йүгереп барған ирҙе тоторға тырышыуҙарын, ҡысҡырыуҙарын күреп ҡала. Бер ҡатын ергә ҡолап битен йәрәхәтләй.
Ҡыҙ ҡатынды эскәмйәгә ултырта, ни булғанын һорашып хәлде асыҡлай. Аҙаҡ полицияға шылтыратып, тәртип һаҡсыларына енәйәтсенең ҡайһы яҡҡа йүгергәнен, нисек кейенгәнен әйткән.
Асыҡланыуынса, 70 йәшлек оло йәштәге кеше үҙенең танышы менән паркта ултырған. Ул яңы ғына пенсияһын алып, таныш ҡатынға биреү өсөн аҡса һанаған. Ошо ваҡыт улар янына билдәһеҙ ир килеп, пенсионерҙың ҡулындағы аҡсаны алып ҡасҡан.
Бур ҡулға алынған, ул быға тиклем хөкөмгә тарттырылған 42 йәшлек ир булып сыҡҡан.
Пенсионерҙар аҙаҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре аша ҡыйыу аҙым эшләгән Камила Шарапованы табып, уға рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Әйткәндәй, Камила үҙе лә кеше талаусыны тота алыр ине, сөнки батыр ҡыҙыҡай спорт мәктәбендә еңел атлетика менән шөғөлләнә. Йәш быуын араһында кеше бәләһенә битараф булмаусыларҙың осрауы икеләтә ҡыуаныслы.
Фото: "Сибайский рабочий" гәзите сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас