Яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 14:55

"Туғандарым, балаларым, ғәфү итегеҙ..."

Ир балалар баҡсаһына килеп, бысаҡ менән уның арҡаһына һәм...

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында йәшәгән 49 йәшлек Данил Лоҡманов алдағы 12 йыл ғүмерен ҡаты режимдағы колонияла үткәрәсәк. Төрмәнән сыҡҡас та йыл дауамында уның ирке сикләнәсәк.
Ирҙең былтыр эскән килеш, хис-тойғоларына баш була алмай, көнсөллөк сәбәпле ҡатынын һәләк итеүе ауылдаштарын шаҡ ҡатырғайны. Улар фажиғәгә тиклем айырылышҡан булған. Тикшереүҙән күренеүенсә, ир Эльвира эшләгән балалар баҡсаһына килеп, бысаҡ менән уның арҡаһына һәм күкрәгенә сәнсә. Енәйәтсе ҡасырға тырышһа ла, өлгөрә алмай, физкультура уҡытыусыһы тарафынан тотола. Ҡаты йәрәхәтләнгән ҡатын ашығыс медицина ярҙамы машинаһында йән бирә.
Судта ир туғандары һәм балалары алдында ғәфү үтенә, ғәйебен тулыһынса таный. Уға матди зыянды ҡаплау өсөн бер миллион һум күләмендә компенсация түләргә лә тура киләсәк.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас