Яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 15:10

Сибай студенттары "Артек"ка юлланды

Улар араһында Айһылыу Араҡаева, Камила Билалова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаевалар бар

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты “Артек” Бөтә донъя балалар үҙәге менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Быйыл да уҡыу йорто һәм үҙәк араһында өс йылға хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөлгән.
Бөгөн практик әҙерлек үтеү маҡсатында Ҡырымға педагогика һәм тәбиғи-математика факультетынан бер төркөм студенттар юлланды. Улар - Айһылыу Араҡаева, Камила Билалова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Лиана Мөхәрләмова, Валерия Сухорук, Дания Фәйзуллина, Вилена Аҡназарова һәм Елена Сидоркина. Әйткәндәй, Елена менән Вилена "Артек"ка тәүге тапҡыр ғына бармай.
"Артек"ка барыусылар төркөмө кураторы Лилиә Фәйзуллина белдереүенсә, әҙерлек бер ай алдан башланған, студенттар тулыһынса сессияны япҡан, кәрәкле документтар тупланған, билет алынған, бараһы яҡ менән алдан килешеү төҙөлгән. Ҡырымда төрлө илдән килгән балаларға вожатый булып барған студент ҡыҙҙарға Сибай институты директоры Илдар Хәмитов аҡ юл теләне, ижади эшләрҙәренә ышаныс белдерҙе.
Фото: Сибай институты сайты.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас