Ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы 15 апрелдә төнөн Сибай - Әлмөхәмәт автомобиль юлында теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, "Mitsubishi Charisma" автомобиле рулендәге 27 йәшлек Борай районы егете ҡапыл машинаға идара итеүҙе юғалта һәм юлдан ситкә оса. Автомобиль түңкәрелә. Был юлдан йөрөүселәр һирәк, шуға күрә зыян күреүселәргә тиҙ арала ярҙам күрһәтелмәй.
Шаһиттар ҡотҡарыусылар һәм тиҙ ярҙам хеҙмәтен саҡырғас, емерек машинанан 30 йәшлек ҡатындың мәйетен тартып сығаралар. Водитель ауыр тән йәрәхәтәттәре менән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатыла. Хәле бик ауыр, әле реанимацияла, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә, яһалма тын алыу аппаратына тоташтырғандар.
"Саматтың умыртҡа бағанаһы, арҡа мейеһе зарарланған. Иҫән ҡалһа ла, инвалид булып ҡалырға мөмкин", - тип уфтана уның апайы. Әйткәндәй, авария төнгө сәғәт икеләрҙә булған, ә уларҙы өс сәғәт үткәс кенә тапҡандар. Бәлки, Гөлназдың да иҫән ҡалыу мөмкинлеге булғандыр, тип ҡайғыра уның яҡындары.
Һәләк булған 30 йәшлек Гөлназ ул кис Себерҙә, дүрт ай эшләп, вахтанан ҡайтырға сыҡҡан. Егете Самат уны аэропортта ҡаршылап, туғандары янына алып ҡайтырға булған. Алтын ҡасабаһында йәшәгән ҡатындың йортона бер нисә саҡрым ғына ҡалғас, ҡот осҡос фажиғәгә тарығандар. Водителдең бер аҙ йоҡомһорап китеүе мөмкин тип фаразлана.
Йәш ҡатындың алты йәшлек улы ҡалған. Шуныһы ҡыҙғаныс: малай әле булһа әсәһенең эштән ҡайтыуын зарығып көтә. Һәләк булған Гөлназдың әсәһе лә шок хәлендә, ейәне кеүек, ул да берҙән-бер ҡыҙының үлеменә ышанмай.
"Өләсәһе малайҙы опекунлыҡҡа алыр, әсәһенең юҡлығын уға нисек кенә әйтер, аңлатыр, белмәйбеҙ. Сөнки улы әсәһенең эш көндәрен һанап, ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. Гөлназ бик сибәр һәм тормошто яратҡан кеше ине. Бик йәл. Хатта ышаныуы ҡыйын", - ти уның хаҡта дуҫтары.
Гөлназды кисә Алтын ҡасабаһында ерләнеләр, ә уның һөйгәненең ғүмере өсөн табиптар көрәшеүен дауам итә. Беҙ ҙә ҡатындың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.
Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ. Тиҙлек һәм ял итеү режимын күҙәтегеҙ, дуҫтар.