Яңылыҡтар
16 Апрель 2021, 15:53

Аяҡһыҙ ҡалды...

Скутерҙа йөрөгән саҡта ул техникаға идараны юғалта һәм..

Кисә кис менән күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Өфө районының Булгаков ауылы янында 1959 йылғы ир кеше етди бәләгә тарый. Скутерҙа йөрөгән саҡта ул техникаға идараны юғалта һәм ағасҡа барып бәрелә.
Тәүлек әйләнәһенә Өршәк йылғаһы янында дежур иткән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡотҡарыусыларына ир кешегә ашығыс ярҙам кәрәк тигән сигнал килә. Бабайҙың авария һөҙөмтәһендә аяғы өҙөлә.
Ҡотҡарыусылар тиҙ арала йәрәхәтләнгән ирҙе кәмә менән "ашығыс ярҙам" табиптары янына килтереп өлгөрә. Шулай уҡ уға урында беренсе ярҙам күрһәтелә. Ошо сәбәпле ир иҫән ҡала, уны дауаханаға оҙаталар.
Техниканың төрөнә ҡарамай, юлда һәр ваҡыт ипләп йөрөргә кәрәк. Ошондай күңелһеҙ хәлдәр башҡа булмаһын ине.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас