Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 09:29

“Ҡыҙыл ҡәнәфер”гә ҡушылығыҙ!

..

"Быуындар хәтере" хәйриә фонды йыл һайын "Ҡыҙыл ҡәнәфер" Бөтә Рәсәй акцияһын үткәрә.
Акция осоронда илдең һәр кешеһе киң танылған сауҙа селтәрҙәре магазиндарында, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә йәки ирекмәндәр аша "Ҡыҙыл ҡәнәфер" билдәһен һатып алып, оло йәштәгеләргә – хәрби хәрәкәт ветерандарына юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеү эшенә үҙ өлөшөн индерә ала.
Значоктарҙы һатыуҙан килгән аҡса ветерандарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә. "Ҡыҙыл ҡәнәфер" – ябай билдә генә түгел, ә илебеҙҙә әлеге көндә йәшәгән һәм батырҙарса һәләк булған ветерандарыбыҙға рәхмәт әйтеү символы ла.
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас