Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 05:17

Милли кейем көнөндә Ритайым Party байрамы үтәсәк

..

Баш ҡалабыҙҙа Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙансыҡта йола буйынса Ритайым Party байрамы үтәсәк. Ул Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналасаҡ.
Программала Өфөнөң ижади коллективтары, артистар сығыш яһаясаҡ, уйындар, бергәләп йыр башҡарыуҙар ҙа көтөлә. Тамашасылар ҙа концертта әүҙем ҡатнашасаҡ.
Ритайым Өфөлә тәүгә генә үткәрелмәй. Уның совет осоронан алып күп йыллыҡ тарихы бар. Өлкән быуын вәкилдәре әле лә шул ваҡытты һағынып хәтерләй.
Ритайым Party байрамын республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтар ассамблеяһы, ҡаланың Киров районы хакимиәте ойоштора. Әлеге сара 16 апрель көнө киске сәғәт 5-тә башланасаҡ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәрендәге "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" төркөмөнән.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас