Форумдың бурыстары: үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, яңы эш формаларын табыу, дөйөм проблемаларҙы асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, милли киң мәғлүмәт саралары журналистарының һөнәри үҫешенә этәргес биреү.
«Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү эшендә мәғлүмәт саралары төп ролде уйнай, шуға был форумды үткәреү бик кәрәк. Заманса баҙар шарттарында үҙҙәрен нисек тотоуы, дәүләттән ниндәй ярҙам көтөүен, интернет-мөхиткә сығыу, үҙ аудиторияһын үҫтереү өсөн ниндәй мөмкинлектәр күреүен аңлау мөһим», – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.