Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 10:20

ӨЛКӘНДӘР ӨСӨН АКЦИЯ

Республикала “65 йәштән өлкәндәргә вакцинацияла ярҙам” тигән акция тормошҡа ашырыла башланы...

Альмира Кирәева

Республикала “65 йәштән өлкәндәргә вакцинацияла ярҙам” тигән акция тормошҡа ашырыла башланы.
Акцияның асылы шунан ғибәрәт: “Берҙәм Рәсәй” партияһы автоволонтерҙары оло йәштәге кешеләргә һәм инвалидтарға прививка яһатыу өсөн поликлиникаға барырға ярҙам итә.
– Хәрәкәт итеү ауыр булған кешеләргә, өлкәндәргә поликлиникаға үҙ аллы барыу ҡатмарлы. Был акция тап улар өсөн тәғәйен, – тип белдерә партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Вакцина яһатыр өсөн поликлиникаға барыуға заявкалар “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенең 8-800-201-89-03 телефоны буйынса ҡабул ителә.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Читайте нас