-Беҙҙә кәләш өсөн тәҡдим ителгән күлдәктәрҙең барыһы ла Румана фирмаһынан. Ул күптән Рәсәй баҙарында һәм сифаты яҡшы. Хаҡтары ла бик ҡиммәт түгел. 2500 һумдан 4 меңгә тиклем. Буй-һыныңа ҡарап, күлдәктәрҙе 38-50 размерға тиклем һайлап алырға мөмкин. Әле беҙҙә төрлө туҡыманан һәм төҫтә 11 төрлө күлдәк бар. Һәммәһе лә зауыҡлы, сифатлы, тәнгә уңайлы итеп тегелгән. Шулай уҡ яҡын арала кәләштең әсәһе һәм әхирәттәре өсөн тәғәйенләнгән оҙон итәкле һәм еңле күлдәктәр ҙә һатыуға килтереләсәк. Шулай уҡ һәр күлдәк төҫөнә ярашлы яулыҡтар (хиджаб) һәм фаталар бар. Сөнки кемдер башына яулыҡ ҡына ябынһа, икенселәр яулыҡҡа ҡушып, фата кейеүгә өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ хиджаб эсенән кейә торған башлыҡтар (банэ) бар. Ул баштан яулыҡ шыуып төшмәһен өсөн кәрәк.
Тағы ла беҙҙең студияла төрлө төҫтә һәм формала биҙәүестәр бар. Оҙон алҡалар һәм диадема (корона) ҡулланыу кәләште нәзәкәтле итә. Беҙгә мөрәжәғәт иткән һәр кәләшкә күлдәк яулыҡ һәм фата, алҡа, биҙәүестәр менән тулы образ эшләргә ярҙам итәбеҙ. Кейәү өсөн түбәтәйҙәр бар. Киләсәктә орнаментлы галстуктар ҙа алып киләсәкбеҙ һәм кейәүҙәргә лә образ яһарға мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ йәшел төҫтә никах таныҡлыҡтары бар. Тағы ла алтын һәм аҡ төҫтәрҙә лә буласаҡ. Улар сифатлы, ҡаты тышлыҡта. Студияға мөрәжәғәт итергә теләүселәр алдан шылтыратып килһендәр ине. Сөнки кәләшкә бер тулы образ күрһәтеү өсөн кәм тигәндә ярты сәғәт ваҡыт китә. Шуға күрә алдан яҙылһалар, клиенттарға ла, беҙгә лә уңайлы буласаҡ. Теләге булғандарға флорист, визажист хеҙмәттәрен дә күрһәтәбеҙ, -- тине Юлиә Түләбаева.
Ғүмерегеҙҙәге иң матур һәм иҫтәлекле көн – никах туйығыҙҙа һоҡланғыс кәләш һәм кейәү булырға теләһәгеҙ, “Висаль” никах студияһына рәхим итегеҙ. Унда һеҙҙе үҙ эшенең оҫталары тулы образ һайларға ярҙам итер, үкенмәҫһегеҙ.
“Висаль” никах студияһы Салауат Юлаев проспекты, 39 адресы буйынса урынлашҡан (2-се ҡат). Эш сәғәттәре иртәнге 9.00-дән киске 18.00-гә тиклем. Бәйләнеш өсөн телефон һәм ватсап: 8 (927) 948-89-11. “Бәйләнештә” селтәре –Юлия Тулябаева, Инстаграм - @uliya_tyluabaeva