Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 10:05
Йәй көндәрендә 2 мең 385 лагерь эшләйәсәк
..
Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балаларҙың йәйге ялына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.
– Яҙғы каникул мәлдәрендә 317 мәктәп ҡарамағындағы һәм 8 ҡала ситендәге лагерҙар эшләне. Уларҙа 21 меңдән ашыу бала ял итте. Ә йәй көндәрендә бөтә санитар талаптарҙы үтәгән 2 мең 385 ҡала ситендә, мәктәп ҡарамағындағы, хеҙмәт һәм ял лагерҙары асырға планлаштырабыҙ. Был лагерҙарҙа 319 мең бала ял итәсәк. Сәләмәтләндереү кампанияһына уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн палатка лагерҙарын асыуҙы тәҡдим итәбеҙ, – тип белдерҙе Айбулат Вәкил улы.
Йәйге каникул осоронда «Хәүефһеҙ юлдар», «Йәш спецназсы» йүнәлешле сменалары, һәләтле балалар һәм лидерҙар өсөн «Йәш ҡотҡарыусы», «Мин – лидер», «Киттек!», «PRO –бизнес» белем биреү программалары эшләйәсәк.
Айбулат Хажин әйтеүенсә, балалар лагерҙары хеҙмәткәрҙәре һәр смена башланыр алдынан коронавирусҡа тикшереү үтәсәк.
Фото:
https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140836.html
сайтынан.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"