Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 10:07
Премияға эштәр 1 июлгә тиклем ҡабул ителә
Республикабыҙҙа 2019 – 2020 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул ителә башлай...
Республикабыҙҙа 2019 – 2020 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул ителә башлай.
Әлеге йәштәр премияһына ниндәй әҫәрҙәр тәҡдим ителә аламы?
– Дәғүә ителгәнгә тиклем бер йыл элек киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителгән сәнғәт йәки архитектура әҫәре;
– Матбуғатта баҫылған әҙәбиәт, әҙәбиәт ғилеме һәм сәнғәт өлкәһендәге әҫәрҙәр.
– Музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендә әҫәрҙәр. Улар йәмәғәтселек менән таныштырыу өсөн концерт, күргәҙмәләрҙә, театр һәм кинотеатр премьераларында, радио-телевидениеларҙа яңғыраған әҫәр булырға тейеш.
Ижади һәм башҡа коллективтарҙы тәҡдим иткәндә дәғүә итеүселәр 5 кешенән артмаҫҡа һәм уларҙың йәштәре 16-нан 35 йәшкәсә тиклем булыуы мөһим.
Эштәр 1 июлгә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347) 218 – 03 – 08, e-mail:
akhmetkhanova.ar@bashkortostan.ru
, яуаплы кеше – Аида Рәмил ҡыҙы Әхмәтханова, әйҙәүсе белгес-эксперт.
Кәрәкле документтар өсөн һылтанма:
https://mmps.bashkortostan.ru/activity/24733/
.
Фото: Newsbash.ru сайтынан.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"