Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 05:51

ИЗГЕ РАМАҘАН АЙЫ БАШЛАНДЫ

.

Айнур Акилов

Рамаҙан айы
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһис-сәләм әйтте: Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә фарыз ҡылды Рамаҙан айында ураҙа тоторға, дәхи сөннәт ҡылды кистәрен уяу торып, тәрәүих намаҙы уҡырға. Әгәр бер кеше Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, һауаб өмөтөндә ураҙа тотһа үә ғибәҙәт ҡылһа, Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә ул кешенең барса гонаһларын ярлыҡар, әсәнән яңы тыуғандай булып ҡалыр үә тамуҡ утыннан ҡотолор. Әгәр был ай башланғаны өсөн ҡайғырһа Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәнен тамуҡ утына хәрәм ҡылыр.
Был айҙағы бер фарыз намаҙ уҡыу башҡа айҙарҙа етмеш фарыз ҡылған кеүек булыр.
Был айҙа нәфел намаҙы уҡыу башҡа айҙарҙа фарыз намаҙы ҡылған кеүек булыр. Был ай шундай шәрәфәтле айҙыр, һигеҙ ожмах ишектәре асылыр, йәғни был айҙа вафат булған кеше ожмахлы булыр.
Ибн Мәсғүд (р.г.) әйткән: «Бер кемдең вафаты Рамаҙан шәрифе үтеүе ваҡытына тура килһә, ул мәрхүм ожмахҡа керер».
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әгәр берәй кеше ураҙа хәлендә йән бирһә, — ул кеше ожмахлы булыр», — тигән. ‘ ' ‘
Был айҙа ете тамуҡ ишектәре бағланыр (бикләнер). Шайтан ләғиндәрҙең әҙәмдәргә бик үәсүәсә ҡыла торғандары бағланыр. Әгәр бер кешенең ҡазаға ҡалған намаҙы булһа, был айҙа тәүбә-истиғфар ҡылып кистәрендә уяу тороп ҡаза ҡылһын, иншаллаһ.
Был айҙа бәндәнең ризығы киң була торған айҙыр.
Әгәр бер кеше был айҙа ураҙа тотоусыны туҡландырһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең гонаһың ярлыҡар. Ожмахта Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең Кәүсәр шишмәһенән һыу эсәр, был кеше Ҡыйәмәт көнөндә башҡа халыҡ һыуһағанда берҙә һыуһамаҫ. Әгәр бер кешенең ураҙа тотоусыны туйҙырырға ҡеүәте булмаһа, фәкир булһа, бер һауыт һөт, йәки емеш, йәки һыу менән бер ураҙа тотоусының ауыҙын астырһа, уға һауаб булыр.
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Дүрт төрле эшкә бар айҙарҙа, айырыуса был айҙа даимсылыҡ ҡылһағыҙ, ул дүрт эшегеҙ менән Аллаһ Тәғәлә риза булыр.
Беренсеһе — Ләә иләәһә илләллааһү Мүхәммәдәр расүлүллаһу кәлимәһен күп әйтмәк.
Икенсеһе — Әстәғфируллаһны күп әйтмәк.
Өсөнсөһе — Аллаһ Тәғәләнән ожмахты бик һорағыҙ.
Дүртенсеһе — тамуҡтан һаҡланыу. Аллаһ Тәғәләгә һыйынығыҙ. Әгәр бер кеше "өс мәртәбә: «Аллааһүммә әжирнә минәннар», йәғни: «Әй, Раббым Мине тамуҡ утыннан һаҡла», — тип һораһа, тамуҡ әйтер: «Йә, Раббы! Был бәндәңде миннән йыраҡ ҡыл», — тип әйтер.
Ураҙаның тәртибе
Иртәнге ашау (сәхәрҙе) таң ата башлағансы туҡтатырға кәрәк, йәғни яҡынса ҡояш сығыуҙан 2 сәғәт алда. Ғәҙәттә, мосолмандар аҙанға ҡарап етәкселек итә. Аҙан иртәнге намаҙ ваҡыты етеүен һәм сәхәр ваҡытының сығыуын белдерә. “Әгәр намаҙға саҡырыуҙы (аҙанды) ишетһәгеҙ, һәм был ваҡытта ҡулығыҙҙа һыу йәки ризыҡ һалынғын һауыт булһа, башта эсеп йәки ашап бөтөгөҙ. Унан һуң ғына һауытығыҙҙы ҡуйығыҙ!” – тигән Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм).
Ислам – илаһи дин, һәм унда ҡатылыҡ юҡ: “Аллаһ кешеләргә ауырлыҡ теләмәй, бары тик еңеллек теләй”.
Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) (ахшам – мәғриб) намаҙына ҡәҙәр финик менән, әгәр ул булмаһа, таҙа һыу менән ифтар ҡылған (ауыҙ асҡан), шунан һуң ғына намаҙ үтәгән.
Әгәр ҙә кеше яңылыштан, онотолоп, ашаһа йәки эсһә, уның ураҙаһы боҙолмай. “Аллаһ үҙе ашатҡан-эсергән”, – тигән Мөхәммәд(саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм).
Ифтар (ауыҙ асыу)
“Ифтар” ғәрәпсәнән “асырға, башларға” тигәнде аңлата, – ҡояш байығас ашау (беҙҙең халыҡта “Ауыҙ асыу”). Беҙҙең күпселек ауыл халҡы түбән, уйһыу урындарҙа йәшәй, ә ҡала халҡы иһә – бейек өйҙәр араһында. Шуға күрә, улар ҡояштың ҡасан байығанын күрмәҫкә мөмкин. Бындай осраҡта Мөхәммәд(саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Әгәр күк йөҙө көнсығышта ҡараңғыланып, көнбайышта иһә әле яҡты булһа, әммә ҡояш инде күренмәһә, ураҙа тотоусы ашай башлай ала”. Болотло көндәрҙә ҡояш байығанда көнсығыш яғындағы болоттар күгәреп китә, ә көнбайыштағы болоттар әҙерәк ҡояш нурҙарын сағылдырыр. Мөхәммәд (саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡояш байығандан һуң сәбәпһеҙ ашауҙы ҡараңғы төшкәнгә ҡәҙәр кисектереүҙе тыйған: ”Ифтар менән ашыҡһалар, кешеләр изгелек һәм яҡшы эштәрҙән айырылмаҫтар”.
Ифтарҙы ут теймәгән бөтә төр ризыҡтан да башларға мөмкин. Иң хәйерлеһе – финик, башҡа төрлө емештәр, таҙа һыу. Беҙҙең халыҡта ашауҙы тоҙҙан башлау ғәҙәте бар. Был ислам шәриғәтенә тап килмәй (ул ғәҙәт тоҙ юҡ саҡтарҙан ҡалған: иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы тоҙ менән һыйлағандар).
Беҙҙең халыҡтарҙа аштар уҙғарып, Ҡөрьән уҡытыу, әрүахтарҙы иҫкә алыу ғәҙәте бар. Әммә беҙ быны башҡа диндәргә эйәреп эшләйбеҙ. Был беҙҙең шәриғәткә (ислам ҡанундарына) һәм Әбү Хәнифә мәзхәбе (географик урынлашыуыбыҙ менән беҙ шул мәзхәбкә керәбеҙ) тура килмәй.
Шулай итеп, беҙ тыйылғанды эшләйбеҙ, ә ҡушылғанды эшләмәйбеҙ килеп сыға.
Әгәр ҙә Ҡөрьән уҡырға, әрүахтарыбыҙҙы иҫкә алырға теләйбеҙ икән, быны бит шәриғәтебеҙ буйынса эшләргә мөмкин: Рамаҙан айында ифтар уҙғарырға, йәки Ҡорбан ғәйетендә ҡорбан салып, аштар уҙғарырға.
Рамаҙан аҙағында – оло мосолман байрамы – Ғәйет әл-Фитр (Ураҙа ғәйете). Ул 3 көн дауам итә. Был байрамда һәр мосолмандың бурысы – фытыр саҙаҡаһын түләү. Ул меҫкендәргә, ярлылар- ға, етемдәргә, Аллаһы юлындағыларға (белем алыусылар, йәш хәҙрәттәр), юлсыларға таратыла. Был ҙур байрамды улар ҙа ҡыуанып билдәләһен өсөн шулай эшләнә.
Әбү Һөрәйра (р.г.) хәбәр итеүенсә, Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Минем өммәттәремә әүәл булған өммәттәрҙең һис береһенә лә бирелмәгән биш махсус әйбер бирелде:
1. Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан килгән тәмһеҙ еҫ Аллаһ Тәғәлә өсөн мисектең (мисек — ҡабарға исемле хайуандың айырым биҙҙәреннән алынған ғәйәт хуш еҫле бер мәтдә) хуш еҫенән дә затлыраҡ.
2. Икенсе мөһим өҫтөнлөк— диңгеҙҙәге балыҡтарҙың ураҙа тотоусы бәндәләр өсөн истиғфар ҡылыуҙары (тәүбә итеүҙәре).
3. Йәннәтен ураҙа тотоусылар өсөн биҙәлеүе, һәр йылдың башында йәннәт Рамаҙан айы өсөн биҙәлә башлай. Ул Раййан йәннәте.
4. Дүртенсе ниғмәт — шайтандарҙың- бығауланыуы һәм нәтижәлә яманлыҡтың кәметелеүе.
Изге Рамаҙан айында ғибәҙҙәт ҡылыу теләктәре бик көслө булыу сәбәпле был айҙа шайтандар кешене тура юлдан аҙдырыу өсөн мөмкин ҡәҙәр тырышҡандар, шул сәбәпле яманлыҡ күберәк ҡылына, тип уйлауҙар барҙыр, ләкин был улай түгел. Кеше үҙе лә изге Рамаҙан айында әшәкелектәрҙән тыйылырға тырыша.
Рәсүлүллаһи ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кеше гонаһ ҡылғанда, аның йөрәгендә ҡара тап хасил була, ул ихластан тәүбә ҡылһа, тап юҡҡа сыға, тәүбә ҡылмаһа һаҡлана. Ул кеше йәнә бер гонаһ ҡылһа, икенсе тап барлыҡҡа килә (һәм артабан шулай), йөрәге тамам ҡарайып бөткәнсе. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрйәндә быны: «һис тә юҡ! Тик уларҙың күңелдәрендә яманлыҡ күгәрәлер!» — ти. Шулай итеп уларҙың йөрәктәре тамам күгәреп бөтә һәм ундай йөрәктәрҙә гонаһ ҡылыуға тәбиғи бер ауышыу барлыҡҡа килә.
Мәүләнә шәйех Исхаҡ фекеренсә, яман кешеләр өсөн Рамаҙан айында бары тик иң фетнәсе шайтандар бығаулана, ә тәккүәле кешеләр өсөн барлыҡ шайтандар бығаулана.
5. Бишенсе ниғмәт — Рамаҙан айының һуңғы төнөндә истиғфар ҡылыу (ғәфү итеү) бүләк ителә, шуға күрә сәхәбәләр быны Ҡәҙер кисе менән бер, тип белгәндәр. Был Рамаҙан айы фарызын тейешле рәүештә үтәгән өсөн бүләк ителгән ниғмәт кенә.
Был ай Аллаһ Тәғәләнең рәхмәт үә изгелек айы, мәрхәмәт айы һәм был ай яманлыҡта үә ғәмһеҙлектә үткәрелә икән, тәүбә-истиғфар ҡылмайбыҙ икән, нисек инде ул бәндә үҙенең гонаһлары кисерелеүен өмөт итә алһын? Аллаһ Тәғәләнең ризалығын Рамаҙан айында ла ҡаҙана (ирешә) алмаған кеше аны тағын ҡасан ҡаҙана аласаҡ?
Аллаһ Тәғәләнең ризалығын ирешеү юлы ул бигерәк тә рамаҙан айында.
Читайте нас