Дүрт һәм ике йәшлек малайҙар юл-транспорт ваҡиғаһында мөғжизә менән генә иҫән ҡалған. Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 апрелдә атай кеше ике улы менән Магнитогорск — Ира трассаһында (Баймаҡ районы) китеп барған.
Автомобиль юлының 117-се саҡрымында, Ғәле ауылы янында, 30 йәшлек ир, идара итеп һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан.
Умыртҡалығы һынған ир дауаханаға оҙатылған. Малайҙар етди йәрәхәттәр алған, ләкин иҫән ҡалған. Икеһе лә автокреслола ултырған.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ