Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 05:27

Йәйгесә йылынан һуң ҡапыл һалҡынайта

-

Башҡортостандың баш ҡалаһында тағы бер аҙна көндәрҙең ысын мәғәнәһендә йәйгесә йылы тороуы көтөлә. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә 17 апрелгә тиклем көндөҙ 15 градустан юғарыраҡ була. Төндә температура +2, +5 градус.
Ләкин бер аҙнанан уҡ ҡалала һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе фаразлана. Төндә температураның минусҡа төшөүе көтөлә. Көндөҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ә термометр бағанаһы +3-кә тиклем күтәрелә. Бындай күренеш кәмендә өс көн һаҡлана.
Читайте нас