Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 11:54

Республикала яҙғы ташҡындың иң көслө мәле был аҙнала көтөлә

-

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙеләр.“Ярҙам кәрәк булған осраҡта был турала тиҙ арала хәбәр итегеҙ. Һыу ағып китеүҙе тотҡарлаған урындарҙы тикшерегеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ул хакимиәт башлыҡтарына хәлде етди контролдә тоторға ҡушты.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, хакимиәттәр 70-кә яҡын ваҡытлыса йәшәү урыны әҙерләгән. Унда 13 мең самаһы кеше урынлаша ала. Республикала ташҡын 3 майға тиклем дауам итеүе ихтимал.
Читайте нас