12 апрелдәге сара барышында 15.00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы” коммерцияға ҡарамаған йәмғиәтенең генераль директоры Роберт Ураҙов 30 апрелгә тиклем үткән республика һайлап алыу ярыштары ҡатнашыусылары менән осраша. Улар алдында видеобәйләнеш аша космонавт-һынаусы, Рәсәй Геройы Сергей Рязанский сығыш яһаясаҡ.
13.30 сәғәттә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда әлеге иҫтәлекле ваҡиға – “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына 100 көн ҡалыу уңайынан концерт ойошторола.
Тап ошо көндә республика Хөкүмәте республиканың йыйылма командаһын – ярышта ҡатнашыусылар, педагогтар, эксперттарҙы сәләмләйәсәк. Башҡортостан командаһында 14-тән 22 йәшкә тиклемге 329 кеше ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙы 124 белгес әҙерләй, күнекмәләр 80 белем биреү майҙансығы һәм 15 предприятиела үтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Милли чемпионат финалы 21-нән 25 июлгә тиклем Өфө ҡалаһында үтәсәк. Ярыштар 105 һөнәри компетенциялар буйынса ойоштороласаҡ, улар ете блокка бүленгән. Финалда 1800 самаһы кеше ҡатнашасаҡ, уларҙың 600-ы – юниорҙар.
#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia
Автор: Альфия Мингалиева.
https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/common_material/M-im-k-n-757437/