Яңылыҡтар
9 Апреля 2021, 09:13

Һөйләшеү башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһенә арналды

-

7-10 апрелдә Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре дауам итә. 8 апрелдә Башҡортостан делегацияһы Нижневартовск ҡалаһының мәғариф департаменты директоры Инна Святченко менән осрашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, аппарат етәксеһе Рөстәм Баянов, БР Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина ҡатнашҡан һөйләшеү ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт класын асыу мәсьәләһенә арналды.
Осрашыуҙа шулай уҡ Нижневартовскиҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ Гөлшат Хөсәйенова менән Роза Һатыбалова ла ҡатнашты. Улар БР Мәғариф һәм фән министрлығы программаһы буйынса башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡып йөрөй. Шуға күрә башҡорт класын асыу ыңғай хәл ителгән осраҡта кадрҙар йәһәтенән һорау тыумаясаҡ.
Инна Владимировна башҡорт ғаиләләренең үҙ балаларына әсә телен өйрәтергә теләүен аңлап ҡабул итеүен белдерҙе. Һөйләшеү һөҙөмтәһендә Нижневартовск ҡалаһының мәғариф департаменты бөтә ҡала буйынса башҡорт телен өйрәнергә теләгән балаларҙың һанын асыҡлап, кадрҙар мәсьәләһен ҡарап, башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү өсөн бушлай нигеҙҙә бина табыу мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итәсәген белдерҙе.
Был осраҡта күп нимә ата-әсәләргә бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Милләттәштәребеҙ Гөлшат Хөсәйенова менән Роза Һатыбалова ҡалала балаһын әсә теленә өйрәтергә теләгән ата-әсәләрҙең байтаҡ булыуын билдәләне. Был йәһәттән аңлатыу эштәре лә алып барғанда Нижневартовскиҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең туған телде өйрәнеү теләге мотлаҡ бойомға ашыр, тип ышанайыҡ.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайты.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас