Логик фекерләү ҡотҡарып ҡалған. Әммә күп осраҡта аҡса бурҙары тоҙағына эләгеү аяныслы тамамлана. Көнүҙәк проблема Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеттың Өфө филиалында киңәйтелгән совет ултырышында ҡаралды. Банк исеменән шылтыратып кешеләрҙең ышанысына инеп паролдәрен әйттерәләр, кеше исеменә кредит алалар, булмаған тауарҙы һаталар .. Алдаҡ юл менән нисек кенә аҡса эшләмәйҙәр. Ә кемдәр һуң улар, мутлашыусылар..