Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 11:18

Дөйөм ҡала өмәһе көнө билдәләнде

-

Өфө властары дөйөм ҡала өмәһе көнөн билдәләне. Уны шәмбе, 10 апрелдә, ойошторорға хәл ителде, тип белдерҙеләр муниципалитетта.
Ҡаланы санитар таҙартыу айлығы 29 мартта башланды. Ул 30 апрелгә тиклем дауам итә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көн һайын урамдарҙы һәм ихаталарҙы таҙарта, йома көндәрендә уларға предприятиелар ярҙам итә. 10 апрелдә дөйөм өмәгә ҡала халҡы һәм барлыҡ ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре саҡырыла.
Санитар айлыҡта ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны ойошмаларҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итә, тип иҫкә төшөрҙөләр мэрияла.
Читайте нас