24 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант–2021» үтәсәк. Сәғәт 11-ҙә мәғариф , мәҙәниәт учреждениеларында, вуздарҙа, коммерция ойошмаларында диктант яҙыу ойошторла. Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан да онлайн трансляция буласаҡ. Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, иркен аралашҡандар, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар өсөн тексты билдәле шәхестәр уҡыясаҡ. Былтыр пандемия сәбәпле, туған телдән диктант онлайн үткәйне.