Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 06:59

Ун беренселәр йомғаҡлау иншаһын 15 апрелдә яҙасаҡ

.

Рәсәй Мәғариф министрлығы, мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн йомғаҡлау иншаһын (изложение) үткәреү көндәрен раҫланы.
Ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн ижади эштең төп осоро 15 апрелдә үтәсәк. Өҫтәмә осор 5 май һәм 19 майға тәғәйенләнгән. Был көндәрҙә иһә иншаһына «незачёт» алғандар йә иһә кисерерлек сәбәптәр менән ҡатнаша алмағандар яҙасаҡ.
Белеүегеҙсә, йомғаҡлау иншаһын уңышлы яҙыу дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инергә рөхсәт булып тора. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр йомғаҡлау иншаһы урынына изложение һайлай ала.
2020 – 2021 йылда йомғаҡлау иншаһы темалары өсөн йүнәлештәр:
  1. Забвению не подлежит (исторические события, общественные явления, произведения искусства, память о которых не имеет срока давности).
  2. Я и другие (человек среди людей; проблема конфликта, понимания, что значит «быть собой»).
  3. Между прошлым и будущим: портрет моего поколения (культурные запросы, литературные пристрастия, жизненные оценки, отношения с семьей и обществом).
  4. Время перемен (тема изменений, открытий, вызовов, стоящих перед человеком и человечеством).
  5. Разговор с собой (внутреннее пространство человека и словесные способы его исследования – вопросы, которые человек задает себе; внутренние переживания; тема совести).
  6. Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
    Читайте нас